

Йырсынан: «Һеҙҙең эргәлә һәр ваҡыт фанаттарығыҙ күп. Был ғаиләлә ыҙғыш-талашҡа сәбәп булманымы?» – тип һорағандар.
— Әлбиттә, көсөргәнешле мәлдәр булғыланы. Элек кеҫә телефондары булмағанда, йорт телефонына йыш ҡына шылтырата торғайнылар, хатта төндә лә. Был икебеҙҙең дә йәненә тейә ине. Әлеге ваҡытта ла ватсапҡа яҙғылайҙар... Әммә Зилә аңлап ҡабул итә. Юғиһә беҙгә айырылышырға тура киләсәк, тормошобоҙ алға бармаясаҡ. Ҡатыным күп ваҡытын балаларға бағышлай. Ә минең фанаттарым оло инде хәҙер.Үҙемде лә “мамонт” итеп тоям, – тип йылмая артист.
Фото: Т. Аманов