***
Яһа әле әсәй, тәмле сәйҙәреңде, Һинең ҡулдарыңдан килә эсәһе Ултырайыҡ әле, ашыҡмайса Серҙәрем бар һиңә һөйләйһе. Яһа әле әсәй, тәмле сәйҙәреңде Һинең ҡулдар наҙлы, тылсымлы Йөрәгемдең яраларын баҫыр, Һин яһаған сәйҙең шифаһы ... Яһа әле әсәй, тәмле сәйҙәреңде Самауырҙың моңло көйөнә. Ултырайыҡ әле, ашыҡмайса Был ғүмерҙәр беҙҙең бер генә. Яһа әле әсәй, тәмле сәйҙәреңде... М. Үҙәнбаева