

Бөгөн Өфөлә реконструкциянан һуң 20-се йылдарҙа республиканың сәйәси-ижтимағи тормошона, үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың эске эштәр наркомы, яҙыусы, журналист , Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы асылды. 2000 йылда асылған музей яңырыу кисерҙе. 2022-2023 йылдарҙа бинала «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы күләмле төҙөкләндереү эштәре үткәрелә, капиталь ремонт яһала һәм йорт алды тәртипкә килтерелә.
Республикалағы билдәле шәхес был ағас йортта вафатына тиклем,1923 –1924 йылдарҙа йәшәгән. Уның ғаиләһе 1960 йылға тиклем ошонда ғүмер кисерә.
Яңыртылған йорт-музей дүрт экспозиция залынан тора, уның концепцияһы үҙгәртелгән. Беренсе залда ҡунаҡтар РСФСР составында республиканың дәүләтселеге үҫеше тарихы менән таныша аласаҡ, икенсе мемориаль зал – Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналистың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған. Шәһит Хоҙайбирҙиндың ижади мираҫы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары тураһында өсөнсө залда мәғлүмәттәр алырға мөмкин.
Тарихи-архитектура ҡомартҡыһының мезонин бүлмәһендә 1860 йылда төҙөлгән йорттоң тәүге хужаһы – Слотовтар ғаиләһенә арналған экспозиция урынлаштырылған. Залдың айырым бүлеге Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы, күренекле балерина , Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Тамара Хоҙайбирҙинаның ижади мираҫын яҡтырта.
Музей биләмәһендә Шәһит Хоҙайбирҙиндың бюсы асылды. Уны йорт-музейға Баймаҡтағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөткән машиналар эшләү заводынан алып, Баймаҡ районы хакимиәте бүләк иткән. Скульптураға БР Милли музейы рәссамы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Фадеев реставрация эшләгән.
Заманса яңыртылған һәм яңы экспозициялар менән байытылған мәҙәниәт учреждениеһы ҡунаҡтар көтә.
Фото: Юлай Кәримов.