

Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йыл ғына йәшәй, ләкин республика өсөн байтаҡ эштәр башҡарып өлгөрә.
Йорт-музей урынлашҡан ағас йорт 2021 йылда архитектура ҡомартҡыһы тип таныла. Ул яңыртыуға мохтаж була - эштәр 2022 йылда башлана. Бынан тыш, биләмә төҙөкләндерелә, экспозициялар яңыртыла, яңы экспонаттар барлыҡҡа килә. Музей заманса һанлы һәм мультимедиалы технологиялар менән йыһазландырыла.
Музей Өфө ҡалаһы, Яңы Күпер урамы, 20 адресында урынлашҡан.
Фото: Т. Аманов