Урмандар яна бит...

Әлеге мәлдә Балаҡатай һәм Учалы райондарында (ике ерҙә) урмандар яна.

Урмандар яна бит...Урмандар яна бит...
Урмандар яна бит...

Шуларҙың икәүһе таралыуҙан туҡтатылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латиповтың ҡушыуы буйынса бөгөн төндә Учалы районында урман янғынын һүндереү өсөн аэромобиль төркөм ебәрелгән.

Утты һүндереүгә 53 кеше һәм махсус техника, шул иҫәптән "Ҡарсыға" янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты, пилотһыҙ авиация системалары, мобиль мәғлүмәт-аналитик һәм махсус эшкәртеү комплекстары йәлеп ителгән. Шулай уҡ урында Урман хужалығы министрлығы вәкилдәре эшләй. "Ҡарсыға" алты осош яһаған, 26,5 тонна һыу һирпкән.

Янғынды һүндереү дауам итә. Ҡотҡарыусылар өсөн иң мөһиме - утты ауылдарға яҡын ебәрмәү.

2023 йылдың 4 майына ҡарата Башҡортостанда 1057 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 874 осрағы теркәлгән, 32 урман янғыны сыҡҡан.

Фото: МЧС РБ.

Урмандар яна бит...
Урмандар яна бит...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас