

Күптән йырсыны эҙәрлекләгән ҡатын Ришаттың концертына үтеп ингән. Ул ғына ла түгел, улдарының сығышын ҡарап, ял итергә килгән ата-әсәгә лә тынғы бирмәгән. Улар янына барып һөйләшкән, ҡыҫырыҡлап ултырып фотоға төшкән, йырсыға йөрәк хистәрен еткергән. Әйткәндәй, Ришаттан күпкә оло табыныусыһы йырсының Ҡазандағы йортона, ата-әсәһе йәшәгән ауылға ла барған. Был хаҡта йырсы үҙенең сәхифәһендә яҙған.
– Ришат, мин һине яратам!
Фото: Т. Аманов