

Киске сәғәт алтынсыла Туймазы районы Константиновка ауылында 67 йәшлек ир "Лифан" автомобилендә боролошта түңкәрелгән. Ете тоҡ арпа тейәп китеп барған водитель урында һәләк булған. Боролошта тиҙлекте кәметмәү һәм ауыр йөктөң фажиғәгә килтереүе ихтимал, тип фараз ителә.
Киске сәғәт етенселә Ауырғазы районында, Талбазы-Красноусол автомобиль юлының 9-сы саҡрымында, Стәрлетамаҡтан 70 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында боролошта юл билдәһенә бәрелеп, юлдан осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Ирҙең һаулығы шәптән булмаған, бәлки юлда саҡта хәле ҡапыл насарайғандыр. Был осраҡ буйынса суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.
Фото: БР ЮХХДИ.