Башҡортостанда 37 меңдән ашыу кеше алкоголизм менән яфалана

 Күптән түгел республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостанда алкоголизм диагнозы ҡуйылған 28 192 кеше йәшәүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Башҡортостанда 37 меңдән ашыу кеше алкоголизм менән яфаланаБашҡортостанда 37 меңдән ашыу кеше алкоголизм менән яфалана
Башҡортостанда 37 меңдән ашыу кеше алкоголизм менән яфалана

Әммә, психиатр-нарколог Евгений Трофимов һөйләүенсә, был һанды өстән бер өлөшкә арттырырға мөмкин. Тимәк, республикала 37 меңдән ашыу кеше эскелек менән яфалана. Бынан тыш, бындай пациенттарҙы иҫәпкә алмаған шәхси клиникалар бәйлелектәре булған граждандарҙы иҫәпләүҙе ҡатмарлаштыра.

«Ошо һанды өстән бер өлөшкә арттырырға мөмкин тип уйлайым. Ләкин шуны ла оноторға ярамай, әле беҙҙә күп кенә шәхси клиникалар эшләй, улар беҙгә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт тапшырмай», - тип билдәләне Евгений Трофимов.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас