"Амкадор" заводы асыла

БР Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 26 –28 июндә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумында республикала иген эшкәртеү машиналары һәм ҡорамалдары етештереү буйынса Белоруссияның  “Амкадор” заводы асыласаҡ.  

"Амкадор" заводы асыла"Амкадор" заводы асыла
"Амкадор" заводы асыла

 

Был предприятие “Өфө” индустриаль паркында урынлашҡан.

Объекттағы төҙөлөш эштәрен Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы алып бара.

  – Корпорация алдына яңы етештереү комплексын тиҙ арала булдырыу бурысы ҡуйылды. Был эштә ошоға оҡшаш корпусты төҙөү тәжрибәһен ҡулланабыҙ. Әле Белоруссиялағы хеҙмәттәштәребеҙ менән бергә был проекттың бөтә нескәлектәрен хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ”, – ти Корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас