

Яҡташыбыҙ - Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны командирҙарының береһе, өлкән сержант, күптән түгел махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан. Һалдат, изге бурыс булараҡ, атай-олатайҙарының төйәгенә, Асҡын районының Солтанбәк ауылына ҡунаҡҡа барған, мәктәп уҡыусылары менән осрашҡан.
- Балаларға тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләргә, тыуған нигеҙҙе онотмаҫҡа, ҡәҙерләргә, яратырға кәңәш итте. Һүҙен тамамлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам иткән бөтә кешеләргә, хаттар яҙған балаларға ҙур рәхмәттәр әйтте һәм "Еңеү беҙҙеке буласаҡ!", - тине, тип хәбәр итә Солтанбәк ауылынан Ләйсән Суфиянова.
Яугир атаһының ҡәберенә һәйкәл - таш ҡуйып, кәртәләп, олатаһының йортон яңыртырға, төҙөкләндерергә тигән ниәттәр менән янып йәшәй.
Барлыҡ һалдаттарҙың тыуған яҡтарына иҫән - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ!