Ҡоро үлән дә яна, йорттар, мунсалар, һарайҙар ҙа...

М-5 трассаһының 1495-се саҡрымында, Иглин яғына юлда, ҡоро үлән яна. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Мәғлүмәт асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр! Юлда төтөнгә эләкһәгеҙ, мотлаҡ тиҙлекте кәметегеҙ, һаҡ булығыҙ.

Уҙған тәүлектә 78 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 27 янғын шәхси секторҙа булған. Шул иҫәптән, Йәрмәкәй районында - йорт, һарай, мунса, Мишкә районында - йорт, Яңауыл районында - йорт, мунса, утынлыҡ, Өфөлә - мунса, гараж, Учалыла - баҡса йорто, Өфө районында - веранда, Кушнаренко, Бәләбәй райондарында - мунсалар, Мишкә районында - гараж, Шаран районында - йорт, Дәүләкән районында - һарай, Краснокама районында - йорт, мунса, Өфө районында - ике гараждың мөлкәте, Баймаҡ районында мунса янған.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас