Мөмкинлектәр булдырыла

"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль йүнәлеше буйынса Башҡортостандың район һәм ҡалалары ГТО комплексын үҫтереү өсөн махсус ҡорамалдар ала. Шулай уҡ спорт әҙерлеге йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған ойошмаларға субсидиялар ҙа ҡаралған. Ошо көндәрҙә Мәләүез һәм Хәйбулла райондарында майҙансыҡтар төҙөлә башлаған.

Мөмкинлектәр булдырылаМөмкинлектәр булдырыла
Мөмкинлектәр булдырыла

Быйыл да "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты буйынса республика һәм үҙәк ҡаҙнаһынан тейешле сумма бүленә. Дөйөм алғанда, 185,2 миллион һум тураһында һүҙ бара. Шуның 22,9 млн һумына ГТО майҙасыҡтары барлыҡҡа киләсәк.

БР спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, ГТО тапшырыу өсөн спорт майҙансыҡтары үрҙә телгә алған ике райондан тыш, Бәләбәй, Миәкә, Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровкала ла төҙөләсәк.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Мөмкинлектәр булдырыла
Мөмкинлектәр булдырыла
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас