

Аш бешереү өсөн бер тәрилкә тултырып кесерткән (өҫкө япраҡтары), 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 стакан он, тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ алырға кәрәк.
Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға картуфты турап һалырға. Ул бешкәнсе онға 1 йомортҡа һытып, ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ипләп кенә уларҙы алып турарға. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға.
5 минуттан аш әҙер.
Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә.