Күсей янында алтын сығарыусылар асыҡланған

Баймаҡ районының Күсей ауылы янында тикшереү үткән.

Күсей янында алтын сығарыусылар асыҡланғанКүсей янында алтын сығарыусылар асыҡланған
Күсей янында алтын сығарыусылар асыҡланған

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районының Күсей ауылынан 2 саҡрым алыҫлыҡта законһыҙ рәүештә алтын сығарған старателдәрҙе асыҡалған. "Башинформ" ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, рейд Башҡортостан Башлығының 29 марттағы бойороғона ярашлы үткәрелгән. 

Ер участкаһын тикшереү барышында инспекторҙар ике "Лада Гранта" автомобиле, ҡулдан яһалған драга тапҡан. Йылғанан 30 метр алыҫлыҡта ғына ике ир алтын йыуып торған. Законды боҙоусыларҙың береһе аңлатма биреүҙән баш тартҡан. Ҡалғандары әйтеүенсә, был участкала улар 1 майҙан алып эшләгән. "Эшҡыуар"ҙарҙың бындай төр эшмәкәрлеккә рөхсәт ҡағыҙы булыуы асыҡланмаған.

Әлеге ваҡытта тикшереү дауам итә.

Күсей янында алтын сығарыусылар асыҡланған
Күсей янында алтын сығарыусылар асыҡланған
Күсей янында алтын сығарыусылар асыҡланған
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас