“Халыҡ автомобиле” милли проекты кәрәк

Тиҙҙән Рәсәйҙә еңел машина бары тик байлыҡ күрһәткесе генә булып ҡалмаһын өсөн сара күрергә кәрәк. “Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн” партияһы лидеры Сергей Мироновтың “елле” тәҡдиме бар.

“Халыҡ автомобиле” милли проекты кәрәк“Халыҡ автомобиле” милли проекты кәрәк
“Халыҡ автомобиле” милли проекты кәрәк

Сәйәсмән фекеренсә, Ватан автопромын үҫтереүгә арналған айырым милли проект булдырып, машина хаҡын 500 мең һум иткәндә, халыҡҡа ысынлап та яҡшы ярҙам булыр ине.

“Яңы автомобилдәр һатыу күләме үҫә, әммә хаҡтары ла ҡиммәтләнә. Дефицит уҡ булмаһа ла, кеше ала алырлыҡ машиналар ҡалырмы? Автопарк иҫкерһә, авариялар ҙа йыш буласаҡ бит. Бер генә юл ҡала – илебеҙгә “халыҡ автомобиле” кәрәк. Ул хәүефһеҙлек буйынса заманса талаптарға ла яуап бирһен, уңайлы ла булһын”, – тигән партия лидеры.

Әгәр ҙә хаҡы ла уңайлы булһа, мәҫәлән, 500 мең һум, ул ысынлап та халыҡсан автомобиль буласаҡ. Шулай тип хыяллана Миронов әфәнде...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас