Хәрби ашнаҡсы булғығыҙ киләме?

Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы «Хәрби ашнаҡсылар эшен ойоштороу» программаһы буйынса уҡыта башлай. Курстар тәү сиратта махсус хәрби операция зонаһына юлланырға әҙерләнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

Хәрби ашнаҡсы булғығыҙ киләме?Хәрби ашнаҡсы булғығыҙ киләме?
Хәрби ашнаҡсы булғығыҙ киләме?

Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әгәр кешенең кулинария буйынса белеме бар икән, биш көн (24 уҡыу сәғәте) уҡырға кәрәк. Һөнәри белеме булмаһа, ай ярым йәки 144 сәғәт уҡыу талап ителә. Уҡыу бушлай. Дәрестәр Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 32 адресы буйынса үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәтте (347)295-94-04 телефоны буйынса (өҫт. 302) алырға мөмкин. Мария Сергеевна Юртаеваға мөрәжәғәт итергә. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас