

Ошо көндәрҙә Гөлназ Асаева эш сәфәре менән Дубайға барып ҡайтҡан. Сит илдәге милләттәштәребеҙҙең Һабантуйында сығыш яһаған ул. Сәфәрҙе социаль селтәрҙә лә күрһәткән. Бынан һуң Гөлназға күпләп тәнҡит һүҙҙәрен яҙғандар.
“Артыҡ аҡсам булһа, Дубайға барғансы, һуғыштағыларға ярҙам итер инем мин”, “Ана, мобилизацияланғандарға аҡса күсерегеҙ, исмаһам”, “Оят һеҙҙең өсөн”, – кеүек комментарийҙар яҙылған унда. Йырсы был һүҙҙәргә битараф була алмай, үҙенең фекерен еткерә.
Нимә эшләргә инде миңә хәҙер, нимә эшләргә? Дубайға беҙҙе эшләргә ебәрҙеләр, миңә тәҡдим иткәс, билдәле, ризалаштым. Мобилизацияланғандарға ярҙам тураһында... Ҡыҙыҡ, ә һеҙ үҙегеҙ ярҙам итәһегеҙме һуң? Һеҙ үҙегеҙ нимә эшләйһегеҙ? Комментарийҙар яҙыуҙан тыш...
“Башҡа артистар ярҙам итә” ... Фирдүс ағайҙар, Гүзәл, Илһөйәр апайҙар ярҙам итә, тиҙәр. Уларға нисә йәш тә, миңә нисә йәш? Улар күпме ғүмер эшләйҙәр ҙә, мин күпме ғүмер эшләйем? Миңә тулыр-тулмаҫ 24 йәш, артыҡ аҡсам юҡ улай. 20, 30 йыл сәхнәлә эшләгән “багаж” булһа, әлбиттә, мин дә ярҙам итер инем. Әле матди ярҙам күрһәтергә хәлемдән килмәй. Ҡайҙан аҡса еткерергә һуң? Үҙегеҙ ярҙам итегеҙ. Ҡарап торам, һеҙ – ололар. Һеҙҙә аҡса күптер инде. Үҙ ғүмерегеҙҙә эшләп өлгөргәнһегеҙҙер. 24 йәшлек “маңҡа танау”ҙан нимә көтәһегеҙ һеҙ? – тигән ул.
Фото: Т. Аманов