Рөстәм Нәбиев йәнә юғары наградаға эйә булған

Яңыраҡ билдәле блогер, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән Мәскәүҙә “PERSONA года – 2023” премияһын тапшырыу сараһында ҡатнашҡан.

Рөстәм Нәбиев йәнә юғары наградаға эйә булғанРөстәм Нәбиев йәнә юғары наградаға эйә булған
Рөстәм Нәбиев йәнә юғары наградаға эйә булған

Премия Бөтә донъя интеллектуаль милек көнөнә бағышланған. Унда  йәмғиәт, инновация технологиялары, мәҙәниәт, иҡтисад үҫешенә тос өлөш индереүселәр бүләкләнгән.

Рөстәм Нәбиев “Иң мотивациялы блог” номинацияһында еңеү яулаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас