

Беләһегеҙ, Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар табыусы бәғзе бер эшҡыуарҙар мөхиткә ҙур зыян килтерә, арттарынан ҡот осмалы емереклектәр ҡалдыра, законға буйһонмай, рекультивация үткәрмәй. Иң хәтәре – урындағы халыҡтың фекеренә лә ҡолаҡ һалмайҙар. Ә бит кеше менән килешеп эшләү, халыҡты ишетеү уңышҡа ирешеүҙең бер юлы ла.
Ауыл халҡы ерҙәрен, бесәнлек-көтөүлектәрен һаҡларға хоҡуҡлы. Ишмырҙалар “Алтын юл” ойошмаһынан тәбиғәткә зыян килә, тип иҫәпләй.
Эйе, алтынлы ерҙәр күп беҙҙә. Тик аҫылташты сығарғанда ниңәлер тәбиғәт тураһында уйламайҙар.
Әйткәндәй, үрҙә телгә алынған фирма менән бығаса ла аңлашылмаусанлыҡ бар ине. Мәҫәлән, былтыр апрелдә шул уҡ Баймаҡ районының Күсей ауылы биләмәһе халҡы ла уларға ҡаршы сыҡҡайны. Ул саҡта республика властары халыҡ яҡлы булды һәм эшҡыуарҙарға икенсе бер участка тәҡдим итте. Тик фирма бының менән килешмәне, конфликтты ҙурайтырға тырышты. Был хәл тураһында “Башинформ” агентлығы ла яҙып сыҡты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала 2021 йылда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссия булдырылғайны. Уны БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов етәкләне. Әле Азат Шамил улы махсус хәрби операцияла. Уның урынына комиссияны береһе етәкләйме икән? Эш бит дауам итергә тейеш. Сөнки алтын табыусыларҙың эшмәкәрлеге законлы булыуын контролләү, уларҙың урындағы халыҡ менән үҙ-ара мөнәсәбәте лә даими күҙәтеүҙә тотолоуы тейеш.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: vk.com