Ейәнсуралар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Бөгөн Башҡорт Үргене ауылында Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ғайсар Ғәни улы Ҡужахмәтовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Ейәнсуралар батыр улы менән мәңгелеккә хушлаштыЕйәнсуралар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты
Ейәнсуралар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

 Яугир быға хәтлем дә Ватанын һаҡлауға күтәрелгән булған. Екаеринбургта үткән әрме хеҙмәтенән ул Чечняла хәрби бәрелештә ҡатнашҡан. 

МХО-ла ул "шайморатовсы"лар сафында хәрби бурысын үтәгән.

МСБ пулеметсыһы булған өлкән сержант Ғайсар Ҡужахмәтовтың һүмере 20 апрелдә өҙөлгән. Яугирҙың яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.

Мәғлүмәт менән "Зианчуринские зори" гәзите уртаҡлашты:
https://vk.com/wall-60262717_223371

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас