Алты ғүмер...

Дүрт көн эсендә республикала алты кеше, шул иҫәптән 2007 йылғы малай менән 2016 йылғы ҡыҙ, батҡан. 

Алты ғүмер...Алты ғүмер...
Алты ғүмер...

Шулай уҡ һыуҙа һигеҙ йәшлек ҡыҙ йәрәхәтләнгән.

Көндәр йылы торһа ла, әле һыу инергә иртә. Һыу инеү урындары ла йыһазландырылмаған. Ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.

Ата-әсәләр, тәбиғәт ҡосағында бәләкәй балаларҙы бер мәлгә лә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Эргәһендә булығыҙ, һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм һаҡлыҡ сараларын мотлаҡ үтәү тураһында һөйләгеҙ!

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас