

29 апрелдә "Йәшел Башҡортостан" акцияһы старт алды. Тәүге көндә үк акцияға 70 мең кеше ҡушылған, 110 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, шуларҙың 18 меңе - 2,5 метр ҙурлыҡтағы ҙур ағастар.
Хәйбулла районы үҙәгендә Төньяҡ-Көнсығыш микрорайонында Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә арналған аллея барлыҡҡа килгән. Әлегә унда 30 ҡарағай ултыртҡандар. Үҫентеләрҙе ултыртыуҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты.
Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондарында, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында СВО-ла ҡатнашыусылар һәм һәләк булыусылар иҫтәлегенә аллеялар булдырылды.