

Янғынды һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан - 19 кеше һәм 7 берәмек техника, райондың һыу һиптереү-йыуыу машиналары йәлеп ителгән.
Янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты ла, бәлки талап ителер, сөнки ел арҡаһында ут көсәйә...
P.S. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 19.10 сәғ. ут локалләштерелгән.
30 гектар майҙанда ҡоро үлән янған. Ете осош яһаған вертолет бөтәһе 29 тонна һыу һирпкән.
Ауылға хәүеф янамай, зыян күреүселәр юҡ.
Фото: МЧС РБ.

