***
Юлға сығам бөгөн, юлға сығам.
Боролошта ниҙәр көтөр һуң?
Эй, хоҙайым, һинән, һорап ҡалам,
Юлдарымда яҡты донъяны.
Юлға сығам бөгөн, күҙҙәремде,
Томандар бит ҡаплай күрмәһен.
Эй, хоҙайым, иҫән йөрөт мине,
Һәр бер юлдың булһын имене!
Юлға сығам бөгөн, ҡаршыларға,
Сыҡмаһындар яман заттары.
Юлға сығам, иҫән йөрөт инде,
Хоҙайҡайым, тағы үтенәм!!!)))
Диләфрүз Рәхмәтуллина