

- Быйыл 500 квадрат майҙанда визит-үҙәк төҙөргә планлаштырабыҙ. Турахан эсендәге майҙанға быйылға теймәйбеҙ. Ҡаҙыныу эштәре дауам итә. Уларҙың һәр береһенән Алтын Урҙа осоронда беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тормошо тураһында күберәк мәғлүмәт алабыҙ. Башҡортостан күсмә тормош алып барыусыларҙың административ үҙәге булыуына инанабыҙ. Был тарихта аҡ таптар күп әле. Беҙҙең бурыс - уларҙы асыҡлау. Беҙҙең музей ҙур ғилми үҙәк булырына ышанам. Һәм, әлбиттә, туристик үҙәк буласаҡ. Был урынды быйыл октябрҙә үк "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" һәм "Мәктәп туризмы" программалары буйынса сәйәхәттәр маршрутына индерергә ҡуштым. Был ваҡытта бында ҡарарлыҡ нәмәләр буласаҡ.