Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2023, 08:30

Бәхил бул, ғалим!

Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор Дамир Әхмәт улы Нуриев вафат булған.

Бәхил бул, ғалим!Бәхил бул, ғалим!
Бәхил бул, ғалим!

Дамир Әхмәт улы Нуриев 1941 йылдың 18 мартында Салауат районының Көҫәпәй ауылында донъяға килгән. Философия фәндәре докторы һәм профессор (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙмкәткәре (1998).

1970 йылда БДУ‑ны тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй. 1976 йылда Өфө элемтә аппаратураһы з‑дына күсә. 1978 йылдан алып СДПИ‑ла, 1981 й. — БДМИ‑ла, 1993 й. һәм 2014 й. башлап БДУ‑ла уҡыта 2011— 13 йй. Урал дәүләт юридик академияһының Өфө филиалында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге онтология, гносеология, логика һәм фән методологияһы мәсьәләләренә арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

"Йәшлек" гәзите мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас