

Мәҫәлән, Туймазы районынан 64 йәшлек ҡатын ялған "банк менеджеры" ҡорған тоҙаҡҡа эләгеп, инвестициялар ярҙамында ҙур табыш алырға өмөтләнгән. Вәғәҙә ителгән "алтын тауҙар" хаҡында хыялланып, ул 460 мең һум кредит алған да, аҡсаны аферистка әйткән иҫәптәргә өлөшләтә күсереп бөткән. Аҡыл бик һуң кергән, үкенескә.... Хәҙер терһәген тешләр ине лә, хәленән килмәй шул.
Улар хәлендә ҡала күрмәгеҙ, теләһә кемдәргә ышанмағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.