Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2023, 09:31

Радий Хәбировтың яңы указы сыҡты

Документ балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға бәйле. Беләһегеҙ, беҙҙә Донбасс яҡтарынан килгән балалар ҙа бар.

Радий Хәбировтың яңы указы сыҡтыРадий Хәбировтың яңы указы сыҡты
Радий Хәбировтың яңы указы сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән балаларҙың һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәрҙең ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороу тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика етәксеһе указына ярашлы, Донбасс балаларының ялын ойоштороу буйынса республика комитеты булдырылды һәм уның составы раҫланды. Уны Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләй.

Шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу буйынса саралар планы раҫланды. Муниципалитет башлыҡтарына балаларға һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәргә өҫтәмә ярҙам, шул иҫәптән психологик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күрергә кәңәш ителде.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас