Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2023, 14:30

Гиннесс рекордтары китабына ингән йөҙйәшәр хирургтан бер нисә кәңәш

Профессор Федор Углов 104-се йәшендә вафат булған. Ул ғүмер буйына эшләгән. 

Гиннесс рекордтары китабына ингән йөҙйәшәр хирургтан бер нисә кәңәшГиннесс рекордтары китабына ингән йөҙйәшәр хирургтан бер нисә кәңәш
Гиннесс рекордтары китабына ингән йөҙйәшәр хирургтан бер нисә кәңәш

Рекордтар китабына Углов Европала эшләп йөрөүсе иң ҡарт хирург булараҡ индерелгән.

Кәңәштәрен ҡарайыҡ:

Хәрәкәт етмәү – һаулыҡтың иң төп дошманы. Күп ҡыбырлайбыҙ, күп уйлайбыҙ.

Тәмәке менән алкоголь – дошман!

Самалап ашарға.

Тәүлегенә кәм тигәндә ете сәғәт йоҡларға.

 

Хирургтың “тормоштоң бөтә осрағына диета”һы менән танышайыҡ:

Иртәнге аш – ҡара сәй йәки тәбиғи ҡәһүә. Шәкәрһеҙ! Шунан бер бешкән йомортҡа, һигеҙ бөртөк ҡара емеш (кистән һыуға һалып ҡуйығыҙ).

Төшкө аш – 200 г бешкән тауыҡ ите йә балыҡ. Майһыҙ! 100 г кәбеҫтә (бешкәне лә ярай, уны кишергә алмаштырһағыҙ ҙа була).

Төштән һуң – 30 г ҡаты сыр, алма йә әфлисун ашарға мөмкин.

Киске аш – бер стакан кефир йә әсегән һөт.

Был диетаны 10 көн тотҡандан һуң һөҙөмтәһен күрерһегеҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас