

Әбей менән һәр ваҡыт бәйләнештә булған аферист операторҙы алдарға ҡушҡан. Шуға ла оператор Светлана Ғөзәйерова, ниндәй маҡсатта шундай ҙур сумманы иҫәбегеҙҙән алаһығыҙ, тип һорағас, әбекәй, Дүртөйлөгә туғанымды ерләргә барам, тип аңлатҡан. Ҡобараһы осҡан, ныҡ тулҡынланған, ҡулынан телефонды төшөрмәгән әбейгә ышанмай, оператор уның яҡындарына шылтыратыуын һораған. Әбейҙең улы менән һөйләшкәс, Светлана уларҙың туғандарының имен-аман йәшәп ятыуын асыҡлаған. Оператор шунда уҡ банкка полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған.
Ысын тәртип һаҡсылары менән әңгәмә барышында ғына әбей үҙенең мут әҙәм менән аралашыуын, саҡ аҡсаһынан яҙмауын аңлаған.
Уяулыҡ күрһәткән банк хеҙмәткәренә Республиканың эске эштәр министры полиция генерал-майоры Александр Прядко шәхсән рәхмәт белдергән.
Бөтә банк хеҙмәткәрҙәре лә шундай уяулыҡ күрһәтһәсе...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.