Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2023, 11:45

Ҡыяр менән помидор салатын кемдәргә ашарға ярамай?

Был бик ябай салатты һәр ғаиләлә тиерлек ашайҙар. Тик, диетолог иҫкәртеүенсә, сама белергә кәрәк икән. Ҡыҙыҡ: помидор менән ҡыярҙың ниндәй зыяны бар? Витаминлы йәшелсәләр...

Ҡыяр менән помидор салатын кемдәргә ашарға ярамай?Ҡыяр менән помидор салатын кемдәргә ашарға ярамай?
Ҡыяр менән помидор салатын кемдәргә ашарға ярамай?

Эйе, помидорҙа ликопин тигән мөһим матдә бар, ул онкологияға, йөрәк сирҙәренә ҡаршы тора. С витамины ла арыу ғына күләмдә. Ҡыяр В витаминына, йод, калийға, клетчаткаға бай.

Сәләмәт кешегә был ике йәшелсә салатының бер зыяны ла юҡ. Ә бына ашҡаҙан-эсәк юлдары менән проблемалары булған кешеләргә һаҡ булырға кәңәш ителә. Әгәр ҙә ашҡаҙанда язва булһа, хроник гастрит, пиелонефрит, энтероколит диагноздары ҡуйылһа, гепатит менән холецистит та ыҙалаһа, ҡыярҙы бик самалап ҡына ашау яҡшыраҡ. Помидор ҙа кислоталы ризыҡ. Уларҙы бергә ҡушып ашау эсәклектә газ барлыҡҡа килтерә. Әммә һирәкләп, әҙләп ашарға мөмкиндер.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас