

Бының өсөн изге күңелле ханым ураҙа чатын булдыра, уға ҡушылырға теләүселәр 400 һум иғәнә түләп инә. Ураҙа аҙағына 170 мең һум аҡса йыйыла. Матди ярҙам Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы мәсетен төҙөүгә тапшырыла.
Минең тәҡдимде ҡыҙҙар ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. 389 ҡатын-ҡыҙ йыйған аҡса ул. Тағы ла 7100 һумды Инстаграмдағы дуҫтарым күсерҙе, үҙемдән 4 мең һум тирәһе ҡушып, шундай ҙур сумма йыйылды!
Миңә ышанып килгән, мәсеткә ярҙам ҡулы һуҙған, минең менән ураҙа тотҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙға оло рәхмәтемде еткерәм! Ураҙа тотоусылар араһында сит өлкәләрҙән дә милләттәштәребеҙ бар. Себер тарафтарынан, Грозный, Магнитогорск, Орск, Сатка һ б ҡалаларынан. Ил төкөрһә– күл була, тигәндәре шул! – тип шатлығы менән уртаҡлаша Гөлфиә.
Фото: Т. Аманов