Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2023, 14:30

Май ниндәй буласаҡ? Яңы фараздар

Яҙҙың һуңғы айы нисегерәк киләсәген белгестәр күптән күҙаллағайны инде. Хәҙер тағы башҡасараҡ төрлө фараз еткерәләр.

Май ниндәй буласаҡ? Яңы фараздарМай ниндәй буласаҡ? Яңы фараздар
Май ниндәй буласаҡ? Яңы фараздар

Май тураһында күҙаллауҙарҙы беҙ ҙә яҙғайныҡ (Май ниндәй буласаҡ? (ye102.ru)). Сағыштырып ҡараныҡ, яңы фараздарҙа үҙгәрештәр бар.

Май башына һалҡынайтасаҡ, тигән “Метео” прогноз үҙәге етәксеһе Александр Шувалов. Рәсәйҙең күп төбәгендә температура төшә, май байрамдарында +17 градустан да күтәрелмәҫ, бәлки. Мәскәүҙә ямғырҙар йышая.

Ә беҙҙә нисегерәк? Синоптиктар күҙаллауынса, Башҡортостанда ла май һалҡынса көндәр менән башлана. 3 һәм 4 майҙа иң һыуыҡ көндәр икән: көндөҙ +18, төндә +11 градус. Иии, әйттегеҙ, ул һыуыҡ буламы ни?!

Айҙың икенсе аҙнаһында ямғырҙар яуа. Ә һауа температураһы көндөҙ +19 градусҡаса йылыта. 19 майҙан йәнә бер аҙ һалҡынайта. 24 майҙан иһә йәйсә көндәр башлана. Уртаса +23, +25 градус булыуы ихтимал.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас