

Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөтә. Бында 10-сы класс уҡыусылары һәм хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре сборға йыйыла.
Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы үҫеш планы менән таныштырҙы. Тиҙҙән ашхананың яңы корпусы һәм 100 кешегә иҫәпләнгән торлаҡ төҙөлөшө тамамланасаҡ. Объекттар Рәсәй Мәғрифәт министрлығының федераль программаһы буйынса һалына.
"Патриот" паркының филиалдары ла буласаҡ. Был турала Радий Хәбиров алдан әйткәйне. Руслан Цаликов ул ниәтте хупланы.
- Ундай башланғыстарға булышлыҡ итергә кәрәк, - тине ул.
Игорь Комаров, Радий Хәбиров һәм Руслан Цаликов уҡыу биналарын ҡараны, пилотһыҙ осоу аппараттары, тәүге медицина ярҙамы кластарында булды.
Әйткәндәй, бөгөн "Авангард" базаһында ДОСААФ-тың сираттан тыш конференцияһы уҙа.
Рәсми ҡунаҡтар Геройҙар Аллеяһында ағас та ултыртты.
Фото: БР Башлығы сайтынан.