

Былтыр 61 йәшлек ҡатынға "кредит бурыстарҙы ҡаплау буйынса ойошма хеҙмәткәре" шылтырата ла, ниндәй бурыстарығыҙ бар, тип төпсөнә. Ҡатын, ҡыҙымдың банк алдында бурысы бар шул, тигәс, "компания вәкиле" билдәле бер хаҡҡа кредит бурыстарын ҡапларға, кредит тарихын яҡшыртырға ярҙам итә алам, ти. Ҡатын уға ышанып, күпмелер аҡса ебәрә. Был аҙ, күберәк кәрәк, тигән аферистка төрлө һылтау менән ун ай дауамында ҡатындың аҡсаһын һурған ғына. Миллион һумға яҡын аҡса ебәргәс, ҡатын банкка шәхсән килеп белешһә, ҡыҙының кредиттары бер ҙә кәмемәгән, артҡан ғына икән. Шунан ғына алданыуын аңлап, полицияға ғариза яҙған.
Оператив-эҙләү саралары барышында мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе тотолған. Ул Төмән ҡалаһынан 42 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Ул үҙ ғәйебен таныған, зыянды тулыһынса ҡаплаған. Шулай ҙа закон алдында мутлығы өсөн яуап тоторға тура киләсәк.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.