Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2023, 06:18

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар, һеҙҙең өсөн конкурс бар!

25 - 26 майҙа Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы үтә. Мәҙәни сара атаҡлы ҡурайсы, йырсы, композиторҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала.

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар, һеҙҙең өсөн конкурс бар!Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар, һеҙҙең өсөн конкурс бар!
Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар, һеҙҙең өсөн конкурс бар!

Конкурста ҡатнашырға һөнәри һәм үҙешмәкәр ҡурайсылар, думбырасылар, ҡыл-ҡумыҙсылар, ансамблдәр саҡырыла.

БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынанда яҙыуҙарынса, ярыш өс йәш төркөмөндә үтәсәк: 12 йәшкә тиклем, 12 - 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәндәр араһында.

Положение Республика халыҡ ижады үҙәгендә.

Ойоштороусылар - БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, Йылайыр районы хакимиәте.

Фото: Минкульт РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас