

Уның тормош иптәше, билдәле журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Юнир Сәмиғулла улы Кинйәбаевтың, улы Азаттың, ҡыҙы Ританың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы 1952 йылдың 19 ноябрендә Архангель районы Аҙау ауылында донъяға килгән. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡығанда үҙенең ғүмерлек тормош юлдашы, Федоровка районы Юлдаш ауылы егете Юнир Сәмиғулла улы Кинйәбаевты осрата. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш ғаилә Бөрйән районы Аҫҡар ауылы мәктәбенә йүнәлтмә ала һәм Сәкинә Кинйәбаева хеҙмәт биографияһын урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Уларҙың күптәргә өлгө булырлыҡ ысын башҡорт ғаиләһендә ике бала – улдары Азат һәм ҡыҙҙары Рита халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәт һәм йолалары нигеҙендә тәрбиәләнеп үҫә.
Тормош иптәше Юнир Сәмиғулла улын 1981 йылда “Башҡортостан” гәзитенә эшкә саҡырғас, Мәләүезгә килеп төпләнәләр. Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы ла урындағы редакцияға эшкә урынлаша. Оҙаҡ йылдар “Октябрь юлы” гәзитенең дубляж мөдире вазифаһын намыҫлы башҡарҙы, тәжрибәле тәржемәсе булды.
2002 йылда саф башҡорт телендә “Көнгәк” гәзите сыға башлағас, хаҡлы ялға сыҡҡансы яуаплы секретарь вазифаһында эшләне. Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы ут ҡыҙыулығын баҫыр сабыр, ир аҡһаҡалдарына кәңәш бирер аҡыллы шәхес ине.
Ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын уңған, аҡыллы, һәләтле башҡорт ҡыҙының. Уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Бәхил бул, Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы!
Тәлғәт ШАҺМАНОВ,
БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы,
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премияһы лауреаты.