Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2023, 09:37

Шайморатов миҙалын булдырыу тураһында закон ҡабул ителде

Данлыҡлы генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов миҙалын булдырыу ниәте менән Радий Хәбиров бүлешкәйне. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бөгөнгө пленар ултырышта ошо башланғысҡа бәйле законды ҡабул итте. Шулай итеп, хәҙер беҙҙә тағы бер дәүләт наградаһы барлыҡҡа килде.

Шайморатов миҙалын булдырыу тураһында закон ҡабул ителдеШайморатов миҙалын булдырыу тураһында закон ҡабул ителде
Шайморатов миҙалын булдырыу тураһында закон ҡабул ителде

Алдан яҙыуыбыҙса (Тағы бер дәүләт наградаһы барлыҡҡа килә (ye102.ru)), миҙал йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешене ҡотҡарыуҙа, ғүмергә хәүеф янаған шарттарҙа гражданлыҡ йә хеҙмәт бурысын үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла. 

Шайморатов ордены ла бар, ул 2019 йылда булдырылды.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас