

Тәүлек эсендә 73 янғын сыҡҡан, шуларҙың 47-һе - дөйөм майҙаны 41,5 гектар майҙанда үлән һәм сүп-сар яныуы. Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып 36 гектар майҙанда 10 урман янғыны сыҡҡан. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майға тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим - үлән һәм сүп-сар яндырырға ярамай.
Йәнә бер хәүеф - асыҡ тәҙрә. Кешеләр тәҙрә йыуғанда, бүлмәне елләткәндә хәүефһеҙлек тураһында онота. Уҙған аҙнала республикала ете кеше бейеклектән ҡолап төшкән, 2 кеше һәләк булған.
- Бәләкәй балаларҙы асыҡ тәҙрә янында ҡалдыра күрмәгеҙ;
- бала тәҙрәне аса алмаһын өсөн, тәҙрәләргә махсус блокираторҙар, йоҙаҡтар ҡуйығыҙ;
- бала тәҙрә төбөнә менеп ултырмаһын өсөн, бөтә йыһаздарҙы тәҙрәнән алыҫыраҡ шыуҙырығыҙ;
- тәҙрәне йыуғанда һаҡ булығыҙ.
Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан Петр Ильин "Сәләм" программаһының тура эфир барышында хәбәр итте.
Тулыраҡ мәғлүмәт видеола: https://vk.com/wall-201146046_78157э