Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2023, 10:50

Баймаҡ егеттәрен әрмегә оҙаттылар

Егеттәр ил алдында бурысын үтәргә 24 апрелдә үк юлланды. Призывниктар алдында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов сығыш яһап, яҡташтарға хәйерле юл, имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне. Аҙаҡтан Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов хәрби билеттарҙы тапшырып үтте. Буласаҡ ил һаҡсылары яҡындары һәм туғандары менән һаубуллашып юлға сыҡты. Имен-һау хеҙмәт итегеҙ! 

Баймаҡ егеттәрен әрмегә оҙаттыларБаймаҡ егеттәрен әрмегә оҙаттылар
Баймаҡ егеттәрен әрмегә оҙаттылар

Егеттәр ил алдында бурысын үтәргә 24 апрелдә үк юлланды.
Призывниктар алдында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов сығыш яһап, яҡташтарға хәйерле юл, имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне. Аҙаҡтан Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов хәрби билеттарҙы тапшырып үтте.
Буласаҡ ил һаҡсылары яҡындары һәм туғандары менән һаубуллашып юлға сыҡты. Имен-һау хеҙмәт итегеҙ! 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас