Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2023, 18:45

«Гүргә инер сер ине...» йәнә сәхнәлә!

Бөгөн "Күңел күҙе" халыҡ театры Өфө тамашасыһына яңы спектакль тәҡдим итте.

«Гүргә инер сер ине...» йәнә сәхнәлә!«Гүргә инер сер ине...» йәнә сәхнәлә!
«Гүргә инер сер ине...» йәнә сәхнәлә!

Бөгөн Өфөләге Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда билдәле драматург Рәлиф Кинйәбаевтың «Гүргә инер сер ине...» тигән пьесаһы буйынса спектаклдең премьераһы үтте. Тамашаны күреү һәләте буйынса инвалидтар уйнаған "Күңел күҙе" халыҡ театры әҙерләне. 

«Был спектакль хәҙерге йәшәйеш, кешеләр, туғандар араһындағы мөнәсәбәт, тойғолар, тәрбиә өлгөһө, бер-береңде күрә алмау, асыу һаҡлау осраҡтары тураһында. Тамашасы уны ҡараһын да тормошона яңыса баҡһын, булған яңылышлыҡтарын күрһен тип теләйбеҙ», - ти тамаша режиссеры, БР-ҙың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.

Коллектив 1960 йылда ойошторолған, бөгөн республикала күреү һәләте буйынса инвалидтарҙың берҙән-бер театры булараҡ билдәле.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас