Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2023, 13:00

Йөҙөмлө тәмлекәс

Әҙерләүе ауыр түгел, йәш хужабикәләргә бигерәк уңайлы, тәме лә үҙенсәлекле, ти рецепты биреүселәр.

Йөҙөмлө тәмлекәсЙөҙөмлө тәмлекәс
Йөҙөмлө тәмлекәс

200 г йөҙөмдө йыуып, ҡайнап ултырған 300 мл һөткә ҡушырға һәм өс минут болғай-болғай бешерергә. Шунан блендерҙа иҙергә.

Айырым һауытта алты йомортҡаны тоҙлап, туғырға. Миксер менән тиҙерәк.

Артабан уға 200 г шәкәр ҡушырға. Миксерҙа болғарға.

Массаға йөҙөмлө массаны ҡушырға.

250 г он, 1,5 ҡалаҡ какао, ҡабартҡыс һалып болғарға ла, әкренләп болғай-болғай ҡалаҡлап ҡына баяғы массаға ҡушырға. 

Ике өлөшкә бүлеп, пергамент ҡағыҙ һалып, 180 градуста 20 минут бешерергә.

Һәр ике бисквитты кулинар ебе менән (йә бысаҡ) ике йәймәгә киҫергә.

Крем өсөн: 350 г ҡуйыртылған һөт (ҡайнатылғаны ла ярай), 500 мл ҡуйы ҡаймаҡ йәки сливки (33 процент) миксерҙа болғарға.

Кремды йәймәләргә һыларға. Иң өҫтөн иретелгән шоколад менән биҙәргә мөмкин.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас