Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2023, 13:50

Торин - еңеүсе!

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә халыҡ-ара аттестациялы берҙән-бер эҙәрмән-ҡотҡарыусы эт - бордер-колли Торин халыҡ-ара конкурста беренсе урын яуланы! Торин менән һигеҙ йыл дауамында авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең штаттан тыш кинологы Надежда Отвесова эшләй.

Торин - еңеүсе!Торин - еңеүсе!
Торин - еңеүсе!

Төркиәлә ер тетрәүҙән һуң кешеләрҙе емереклектәр аҫтынан эҙләп табырға ярҙам иткән Торинды бик аҡыллы, шәп эт, тип маҡтайҙар. Уны һәм кинолог Надежда Отвесованы еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Фото: МЧС РБ.

Торин - еңеүсе!
Торин - еңеүсе!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас