Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2023, 16:30

Эскән килеш машина йөрөтөү - енәйәт

Уҙған тәүлектә республика юлдарында өс кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булған. Профилактик рейдтар барышында 59 иҫерек водитель тотолған. 

Эскән килеш машина йөрөтөү - енәйәтЭскән килеш машина йөрөтөү - енәйәт
Эскән килеш машина йөрөтөү - енәйәт

Дәүләкән районында, Поляковка-Черниговка юлының өсөнсө саҡрымында, көндөҙгө сәғәт бер тирәһендә 18 йәшлек егет "ВАЗ-21099" машинаһында электр бағанаһына бәрелеп, түңкәрелгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында ауыр йәрәхәтләнгән йәш ярымлыҡ бала йән биргән.

Авария мәлендә салонда биш кеше, шул иҫәптән йәш ярымлыҡ, дүрт һәм ете йәшлек өс малай булған. Улар артҡы ултырғыста ултырған, хатта хәүефһеҙлек ҡайышы менән дә эләктерелмәгәндәр.

Водитель менән башҡа пассажирҙар зыян күрмәгән. Тикшереү водителдең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,537 мг алкоголь булыуын күрһәткән. Уның танытмаһы юҡ, транспорт тейешенсә теркәлмәгән. Машинаның дәүләт номерҙары ла - ялған.

Көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә Йәрмәкәй районында, Иҫке Турай-Абдул юлының өсөнсө саҡрымында, Октябрьский ҡалаһынан 72 йәшлек ир юлдан осоп, һыу үткәргес торбаға бәрелгән. Водитель вафат булған. 

Әлеге осраҡтар буйынса тикшереү эше башланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Эскән килеш машина йөрөтөү - енәйәт
Эскән килеш машина йөрөтөү - енәйәт
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас