Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2023, 08:30

Салауат Юлаев әрмелә хеҙмәт итәсәк!

Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында йәшәгән егет әле Маячный ауылында күп профилле һөнәри колледжда уҡый. Быйыл ул механик һөнәрен аласаҡ һәм ил алдында ир-егет бурысын үтәргә юлланасаҡ.

Салауат Юлаев әрмелә хеҙмәт итәсәк!Салауат Юлаев әрмелә хеҙмәт итәсәк!
Салауат Юлаев әрмелә хеҙмәт итәсәк!

Әле милли батырыбыҙ исемен йөрөткән егет "Искра" АХК-һында яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашып практика үтә.

Салауатҡа барлыҡ пландары үтәлеүен теләйбеҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас