

“Мосолмандар өммәһенә уларҙың изге эштәре һәм башланғыстары, айырыуса урындарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Дин әһелдәре был эшкә беренселәрҙән булып ҡушылды. Республика халҡының яугирҙарға мөмкин тиклем ярҙам итергә ынтылыуы ҡыуаныслы, сөнки тап илде һаҡлаусылар хәҙер ярҙамға мохтаж.
Бөгөн имамдар һәм хәҙрәттәр махсус хәрби операция барған урындарға сыға, унда башҡорт яугирҙарының рухи остаздары булып китә. Һәм был, һис шикһеҙ, батырлыҡ һәм изге бурысты үтәү булып тора.
Берҙәм тырышлыҡ менән беҙ яңы мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итергә, конфессия-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты һәр төрлө хәүеф-хәтәрҙән һаҡларға тейешбеҙ. Республиканың һәм тотош илдең киләсәге рухи нигеҙҙәрҙе һаҡлауға һәм нығытыуға бәйле. Һәм был ҡиммәттәрҙе ватандаштарыбыҙға, бигерәк тә йәштәргә еткереү мөһим”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.