

Түбәндәге рецепт дүрт кешегә иҫәпләп яҙылған.
Брокколи – 300 г
Кишер – 60 г
Сливки (ҡаймаҡ) – 100-150 г
Бүҙәнә йомортҡаһы – 8 дана
Һыу – 400 г
Тәменсә тоҙ, борос
Йәшел тәмләткестәр
Брокколи менән кишерҙе тоҙло һыуҙа бешереп, иҙергә. Шунан ҡаймаҡ һалып, ҡайнатып сығарырға. Тәменсә тоҙлап-борослап, тәмләткестәр өҫтәргә. Иҙмә-ашты алдан бешерелгән бүҙәнә йомортҡаһы һалып ашарға. Уныһы булмаһа, йә яратмаһағыҙ, тауыҡ йомортҡаһы ла ярай, әлбиттә.