Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2023, 11:00

Бөгөн - Лениндың тыуған көнө

Бөгөн - донъя пролетариаты юлбашсыһы Владимир Лениндың тыуған көнө. Был көндө беҙҙе, октябрят булғандарҙы, пионерҙар сафына ала торғайнылар. "Лилин"лы бала сағыбыҙ бик бәхетле булған, тигән фекергә киләм. Бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙбеҙ, "Кеше кешегә иптәш һәм дуҫ" тигән принципҡа таянып йәшәнек:дуҫ, татыу, ярҙамсыл булдыҡ. Беҙҙең быуындағы матур кешелек сифаттары тап шул осорҙа һалынды. Шуға беҙгә ҡырағай капитализмдың "Тормоштан бөтәһен дә ал!" тигән лозунгыһын ҡабул итеү ауыр". Ә һеҙ был фекер менән килешәһегеҙме?  

Бөгөн - Лениндың тыуған көнөБөгөн - Лениндың тыуған көнө
Бөгөн - Лениндың тыуған көнө
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас