

Кеше йоҡларға төнгө сәғәт 10 менән 11 араһында ята икән, тимәк, киске 7-нән һуң ашамаҫҡа тейеш. Йәғни был сәләмәт туҡланыу тураһында.
Ә кисен ниндәйерәк ризыҡ ашау файҙалы? Иң һәйбәте – йәшелсә һәм аҡһымлы ризыҡ. Мәҫәлән, бешкән йәшелсәләр менән балыҡ порцияһы.
Әгәр ҙә һеҙ гел төндә ашарға ғәҙәтләнһәгеҙ, бынан әкренләп баш тарта барығыҙ: ашау ваҡытын күсерегеҙ. 10 – 15 минутҡа иртәрәк итеп булһа ла. Һәр хәлдә еңел аш ашарға тырышығыҙ. Майлы, артыҡ татлы, ҡыҙҙырылған, әсе ризыҡ - зыянлы.
Һәр нәмәлә сама белһәгеҙ, һау булырһығыҙ.