

- Бөгөнгө көндә йылға суднолары ремонтланған, техник яҡтан төҙөк, – тип белдергән йылға аша сығыу хеҙмәте директоры Константин Шахтарин.
Юл йөрөү тарифтары үҙгәрмәгән. Йылға аша паромда сығыу – 33 һум. Ташламаға эйә пассажирҙарға – 28 һум. Велосипед алып сыҡһаң, 30 һум, мопед , мотоблок өсөн 65 – 70 һум, эттәр өсөн 50 – 55 һум түләргә кәрәк буласаҡ.
Быйыл навигация сезонын ябыу октябрҙә күҙаллана.
Паромдарҙың тарифы , расписаниеһы менән уфапереправа.рф сайтында танышырға мөмкин.